пятница, 9 марта 2012 г.

М.С.Горбачев: “Халыҡ йоҡонан уяна.”


Советтар Союзы тарҡалып 20 йыл үтһә лә, уның элекке лидеры Михаил Горбачевты сәйәсәттән бөтөнләйгә киткән кеше тип әйтеп булмай. Ул илдең ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша, властарҙың иғтибарын проблемаларға йүнәлтә һәм Владимир Путиндың идара итеү стилен тәнҡитләй.
Беҙҙең хәбәрсебеҙ Александр Шишков, үҙған һайлауҙар, йәмғиәттәге үҙгәрештәр һәм Рәсәйҙең сәйәси киләсәге хаҡында һөйләшер өсөн, Мәскәүҙә Михаил Сергеевич менән осрашты.
Александр Шишков, евроньюс: -Михаил Сергеевич, президент һайлауҙары үтте, тимәк, ике айҙан Владимир Путин һәм Дмитрий Медведев урындары менән алмашасаҡ. Һайлау алды кампанияһына нисек ҡарайһығыҙ, был һайлау хаҡында ни әйтерһегеҙ?
Михаил Горбачев:- Һайлау алды кампанияһында шул күренде: халыҡ йоҡонан уяна башланы. Халыҡ премьер- министрҙың да, буласаҡ президенттың да, думаның да көн тәртибен билдәләүҙә ҡатнаша башланы. Бөтә һайлау системаһын етди үҙгәртеү, демократлаштырыу һәм, ғөмүмән, яҡшы яҡҡа ҡырҡа үҙгәртеү мәсьәлә булып ҡала. Элек, мин быны гел әйтә килдем, һайлау системаһын үҙгәртә торғас, ул насарайғандан -насарая барҙы, кешелә бының менән килешмәү тойғоһон уятты, кешене һайлау процесынан этеп сығарҙы. Хәҙер киреһенсә. Дмитрий Анатольевич үҙенең һуңғы мөмкинлектәрен файҙаланып, конституцияны халыҡ талаптарына ярашлы үҙгәртер, яҡшыртыр өсөн, конституцион йыйылыш үткәреү мәсьәләһен күтәрҙе. Былар һәйбәткә булыр, тип өмөтләнәм.
Александр Шашков, евроньюс: –Нисек уйлайһығыҙ, Дмитрий Анатольевич быны атҡарып сыға алырмы, атҡарып өлгөрә алырмы?
Михаил Горбачев:- Өлгөрә алмаҫтыр, моғайын. Беҙҙә бындай йыйылышты үҙғарыу тәжрибәһе лә юҡ. Конституцияла яҙылған положениелар бар. Ләкин нисек эшләргә һәм нимә эшләргә? Нимә эшләргә кәрәклеге асыҡлана башланы. Беҙгә губернаторҙарҙы һайлау статусын тергеҙергә кәрәк буласаҡ. Билдәләнмәгән, ә һайланған губернаторҙар властарға ла тынғылыҡ бирмәйәсәк, үҙ позицияларын яҡлаясаҡ. Эйе, улар менән килешеү ҡыйыныраҡ буласаҡ. Улар үҙҙәрен ышаныслы тоясаҡ, сәйәси бойондороҡһоҙлоҡ барлыҡҡа киләсәк- дөрөҫөн әйткәндә, былар барыһы ла беҙгә кәрәк нәмәләр. Халыҡ беҙгә ышана, беҙҙе һайлай, ә беҙ халыҡҡа ышанмайбыҙ. Ошо мәсьәләне күтәрергә йөрьәт иткән икән, тимәк, ошо юҫыҡта эшләр өсөн өлгөрөп еткән. Был бик яҡшы.
Александр Шашков, евроньюс: –Нисек уйлайһығыҙ, яңы президент әлеге президенттың илдең сәйәси системаһын демократлаштырыуға, реформаларға табан юлын дауам итәсәкме?
Михаил Горбачев:- Минең уйымса, яңы президент һайлау кампанияһы мәсьәләләрен һәм һайлау буйынса закондарҙы урап үтә алмаясаҡ, былар уның эшмәкәрлегендә ҙур урын биләйәсәк. Үҙе лә ул ошо хаҡта әйтә. Әммә шундай һүҙҙәрҙе лә әйтеп ташлай:”Тәүҙә иҡтисад менән шөғөлләнергә кәрәк.” Тәүҙә түгел! Әйтергә кәрәк, хәҙер үҙгәрештәр шундай киң ҡолас йәйә, имитация ғына булмаһа, буласаҡ президент был хаҡта үҙе һөйләне, ә беҙ президенттың һүҙҙәрен етди ҡабул итергә тейеш, быларҙың һәммәһен дә атҡарып сығыр өсөн, башҡарма, закон сығарыу власының, граждандарҙың, бөтә йәмғиәттең етди эшләүе кәрәк.
Һорауығыҙға яуап биреп, шуны әйтәм: был мәсьәләләргә ул ҡабат ҡайтырға теләмәһә лә, иҫкесә эш итергә булһа ла- килеп сыҡмаясаҡ. Шуныһын да әйтәм: яңы парламент һайлау мәсьәләһе лә ҡалҡып сығасаҡ, сөнки беҙ һайлауҙар ниндәй шарттарҙа, нисек үткәнен яҡшы беләбеҙ. Әүҙем, эшлекле, эффектив парламентлы булыу өсөн, яңы парламент кәрәк, быны йәшермәй әйтәм.
Александр Шашков, евроньюс: –Михаил Сергеевич, әйҙәгеҙ үткәндәргә ҡайтайыҡ әле. Дмитрий Медведев президент срогын тамамлай. Уҙған 4 йыл нимәһе менән иҫтә ҡалды?
Михаил Горбачев:- Уйлауымса, ул перспективалы кеше, әммә уға тәжрибә етеңкерәмәне. Бер һөйләшкәндә ул:”Ҡарағыҙ әле, алда күпме йылдар бар!-” тине. Тимәк, ул алдағы эштәре хаҡында уйлай. Тик ул тәүәккәлерәк, ҡыйыуыраҡ та эш итә алыр ине. Бында инде ул башҡаларға үпкәләй алмай, үҙенә генә. Мин уны ҙур һабаҡ алды, тип уйлайым.
Александр Шашков, евроньюс: –Президент һайлауҙарында ҡатнашҡан сәйәсмәндәрҙең ҡайһыһы һеҙҙә һоҡланыу тыуҙыра?
Михаил Горбачев:- башҡалары туйҙырып бөткәнгәме икән, миңә Прохоров оҡшаны. Яңы фекерҙәре бар, үҙ юлын күрһәтергә тырыша, эшҡыуарлыҡта ҙур тәжрибә туплаған. Ул бөтөнләй яңы быуын вәкиле- ошо яғы менән ул миндә ҡыҙыҡһыныу уята. Әммә уға күп нәмәне үҙләштерәһе бар. Беҙҙең һайлау системаһын реформалауҙың төп маҡсаты шунда: ул ошондай яңы кешеләргә күтәрелергә мөмкинлек бирергә тейеш. Бының өсөн хәҙер конкуренция, асыҡлыҡ кәрәк- иң төп мәсьәлә был хәҙер.
Александр Шашков, евроньюс: –Ҙур рәхмәт, Михаил Сергеевич.




Комментариев нет:

Отправить комментарий