воскресенье, 15 апреля 2012 г.

Пакистан төрмәһенән күмәк тотҡондар ҡасҡан.



Уҙған төндә боевиктар Пакистандың төньяҡ- көнбайышындағы Банну ҡалаһы төрмәһен гранатометтарҙан утҡа тотҡан. 400 самаһы тотҡон иреккә сыға алған.

Урындағы полиция идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡасҡындар араһында ҡурҡыныс енәйәтсе тип иҫәпләнгән Аднан Рәшит тә бар. Ул -Пакистан армияһының Хәрби Һауа көстәрендә хеҙмәт иткән элекке офицер, аҙаҡ илдең  элекке президенты Пәрүәз Мушаррафҡа һөжүм ойоштороусыларҙың береһе. Моғайын, тап Рәшитте ҡотҡарыу өсөн төрмәне утҡа тотҡандарҙыр ҙа. Уның өсөн яуаплылыҡты “Әл-Ҡаиҙә”менән бәйле Пакистан талиптары хәрәкәте үҙ өҫтөнә алған. 


Комментариев нет:

Отправить комментарий