четверг, 26 апреля 2012 г.

Платина һәм һыуҙы астероидтарҙан алырға уйлайҙар.




АҠШ-та файҙалы ҡаҙылмаларҙы Ергә яҡынайған астероидтарҙан табырға ниәтләүсе компания төҙөлгән. Проекттың инициаторы- Америка эшҡыуарҙары, ә кинорежиссер Джордж Лукас һәм директорҙар Гугл Ларри һәм Эрик Шмидт уларҙың был ниәтенә булышлыҡ итмәксе. Астероидтарға барып етеү Айға барып етеүҙән ауырыраҡ түгел, тип ышандыралар улар матбуғаттағы белдереүҙәрендә.
“Планета сығанаҡтары” компанияһы йыһандағы һәм ерҙәге файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы кешелеккә файҙаланыуға тапшырмаҡсы. Әлегә беҙҙең маҡсат- тәүге астероидты һайлау, артабан ун йыл дауамында тикшереүҙәр алып барыу өсөн идентификациялау,”-тип хәбәр итә компанияға нигеҙ һалыусы Питер Диамандис.
Кәрәкле астероидты эҙләү өсөн тәүге йыһан телескоптары ике йылдан һуң осороласаҡ. Беренсе нәүбәттә “Планета сығанаҡтары” унда, ракета яғыулығы өсөн кәрәк булған кислород һәм водородты айырып алыу өсөн, һыу эҙләйәсәк. Электроника, медицина сәнәғәте өсөн мөһим булған платина төркөмөнә ингән һирәк металдарҙы табыу ҙа планлаштырыла.

Комментариев нет:

Отправить комментарий