пятница, 20 апреля 2012 г.

"Pussy Riot" рәшәткә артында ҡаласаҡ.



Христос  ҡорамында сығыш яһап дан алған "Pussy Riot" төркөмөндә ҡатнашыусылар июнь аҙағына ҡәҙәр иреккә сығарылмаясаҡ. Суд, күп һанлы үтенестәргә һәм йәмәғәтселектең талаптарына ҡарамай, шулай ҡарар итте. Уларҙың адвокаттары был ҡарар менән ризаһыҙлығын белдерергә йыйына.

Суд бинаһы алдына дингә ышаныусылар йыйылды, улар үҙҙәрен мыҫҡыл ителгән һымаҡ тойоуҙары хаҡында һөйләй. Дини булмаған дәүләттә йыр йырлаған өсөн генә кешеләрҙе енәйәт эҙәрлекләүенә дусар итеү ярамаған эш, тип уйлаусылар ҙа килгән.

“Мәрйәм-ана, Путинды ҡыу!”тип йырлаған "Pussy Riot" ҡорамда. Уларҙы 7 йылға ҡәҙәр төрмәгә ултыртыуҙары ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий