пятница, 29 июня 2012 г.

Сүриәнән ҡасаҡтар 3 айҙа икеләтә артты.



Кисә генә был Сүриә балалары урамда уйнай алмай ине. Тәҙрә артында ғына снарядтар ярыла, пулялар һыҙғыра ине. Ливандағы ҡасаҡтар лагерына улар төн йөҙөндә йәйәүләп килгән. Чемодандарын да йыйып тора алмаған, бер аҙ аҡса ғына алған. Аҡсаһы бөткәс, балаларын нисек туйындырырын Рима белмәй.
“Беҙ атыу, шартлау тауыштарын ишетеп ҡастыҡ. Балаларым өсөн бик ҡурҡтым.”
Өс ай эсендә илдәрен ташлап киткән сүриәлеләр һаны икеләтә артҡан һәм 185 мең кешегә еткән- был БМО-ның Ҡасаҡтар эше буйынса Юғары Идаралыҡ комиссары мәғлүмәттәре. Ҡасаҡтарға ярҙам итмәгән хәлдә, улар астан үләсәк. Бында бер яңылыҡ- ваучерҙар системаһы тормошҡа ашырыла: әгәр элек ҡоро паек бирелһә, хәҙер йәшелсәләр ҙә алырға мөмкин. Урындағы эшҡыуарҙар ҙа быға шат.
“Бөтә донъя аҙыҡ- түлек программаһы Ливандағы Сүриә ҡасаҡтарына ваучерҙар бирә, улар аҡсаны алмаштыра. Был яңы технология урындағы иҡтисадҡа ла ярҙам итә һәм регион властары өҫтөндәге йөктө кәметә,-”ти УВКБ спикеры Лор Шадруи.
БМО-ның иҫәпләүҙәре буйынса, Сүриә ҡасаҡтарына хәҙер 150 миллион евро кәрәк. Әгәр хәлдәрҙең ҡатмарлаша барыуын иҫәпкә алһаҡ, был һандарҙың күпкә артып китеүе ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий