среда, 27 июня 2012 г.

Мысыр: Мурси килешеү сәйәсәтен алып бара.



 Мысыр хәрбиҙәре бынан ары ҡанундарҙы боҙған граждандарҙы ҡулға ала алмаясаҡтар. Шишәмбе көн республиканың административ суды 14 июндә үҙ көсөнә ингән юстиция министрлығы указын туҡтатып торҙо. Ҡарар яңы конституцияға тиклем үҙ көсөндә булырға тейеш ине һәм ҡайһы бер сәйәсмәндәр һәм хоҡуҡ һағында тороусыларҙың тәнҡит утына эләкте.
Дүшәмбе кис оборона министрлығы бинаһында Мысыр президенты Мөхәммәт Мурси ҡораллы көстәрҙең Юғары Совет рәйесе Хөсәйен Тантауи менән осрашты. Хөкүмәт башлығы һәм хәрбиҙәр власты тапшырыу процедураһы хаҡында һөйләште. Әңгәмәлә президент вәкәләттәрен киңәйтеү темаһына ла ҡағылдылар. “Мосолман туғандар” ҡораллы көстәрҙең Юғары Советы тарафынан Мысырҙың ваҡытлы конституцияһына индерелгән төҙәтмәгә ярашлы парламентарийҙарҙан хәрбиҙәргә күскән закондар сығарыу инициативаһын да сикләргә теләй.
Тик административ суд шишәмбе көн был төҙәтмәнең легитим түгеллегенә һәм парламенттың түбәнге палатаһын таратыуға ҡаршы дәғүәне ҡарауҙы бер нисә көнгә кисектереп торорға булды.
Сәйәси аналитиктың фекере буйынса, президент Мурси һәм “Мосолман туғандар”етәксеһе Мөхәммәт Бади килешеү сәйәсәте яғында торалар. “ Мөхәммәт Мурси ҡораллы көстәрҙең Юғары Советы менән конфронтацияға инмәҫ, тип уйлайым, һис юғы әлеге этапта,- ”тине Сәйәси һәм стратегия тикшеренеүҙәре үҙәге консультанты Хәсән Абу Талип.
Мөхәммәт Мурси бөтә мысырлыларҙың да президенты булырға вәғәҙә итте. Уның ярҙамсыһы һүҙҙәре буйынса, 6 вице- президент араһында ҡатын кеше, төрлө сәйәси төркөм вәкилдәре һәм христиан буласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий