четверг, 28 июня 2012 г.

Олланд һәм Меркель йәнә килешергә тырышып ҡараны.



Евроберләшмә саммиты алдынан, ә ул берләшмә валютаһын ҡотҡарыу эшендә бик мөһим булыуы ихтимал, еврозонаның ике ҙур иҡтисад башлығы Парижда осрашты.
Финанс мәсьәләләрен хәл итеүгә икеһе ике ҡарашта булған социалист Франсуа Олланд һәм консерватор Ангела Меркель шул хаҡта белдерҙе: улар Европаның ҙур интеграцияһы яҡлы. Лидерҙар халыҡ алдындағы һөйләшеүҙә фекер айырымлыҡтарын күрһәтмәне.
Франция президенты Франсуа Олланд:
“Финанс тотороҡлоғон тәьмин итәсәк саралар менән беҙ риза. Беҙ икебеҙ ҙә тәрәнерәк иҡтисади, монетар һәм сәйәси союз, ҙурыраҡ интеграция һәм берҙәмлек яҡлы.”
Олланд һәм Меркель араһында бәхәс евроинтеграция хаҡы, уның өсөн кем түләргә тейешлеге, проблемалы илдәргә яңы күп миллиардтар түгеүҙән Европаның нимә аласағы хаҡында бара. Күп нәмәләр тураһында улар бер төрлөрәк һөйләй.
Германия канцлеры Ангела Меркель:
”Беҙгә ҙурыраҡ Европа кәрәк, был хаҡта фекерҙәр уртаҡ. Әммә беҙгә эффектив Европа кәрәк- баҙар шуны талап итә. Илдәр бер- береһенә ярҙам ҡулы һуҙған Европа кәрәк беҙгә. Эште беҙ ошо юҫыҡта алып барабыҙ.”
Бынан бер нисә сәғәт элегерәк, Берлинда, Бундестаг депутаттары алдында Ангела Меркель асығыраҡ сығыш яһаны. Ул евробондтар сығарыу хаҡындағы Франсуа Олландтың яратҡан идеяһын алып ташланы һәм Евроберләшмәнең ярҙамын алған илдәрҙә структуралы иҡтисади реформалар үткәреүҙе талап итте.
National Australia Bankының баҙар стратегияһы бүлеге етәксеһе Ник Парсонс:
‘’Мин шундай сағыштырыу килтерер инем: был кредит картағыҙҙы кемгәлер файҙаланыуға биреп торған кеүек. Ангела Меркель дә Германияның кредит картаһын теләһә нисек файҙаланыу өсөн кемгәлер биреп торғоһо килмәй.’’
Римда демонстранттар Италия парламенты алдында акция уҙғарҙы. Бында уҙған йомала Франция, Германия, Испания  һәм Италия лидерҙары иҡтисади үҫештең 130 миллиардлыҡ пактын раҫланы. Акцияла ҡатнашыусылар  Евроберләшмәнән финанс транзакциялары өсөн һалым индереүҙе талап итте.



Комментариев нет:

Отправить комментарий