пятница, 29 июня 2012 г.

Колорадо- Спрингс эргәһендә янғындар: тәүге ҡорбан.



Колорадо штаты тарихындағы иң ҡурҡынысы тип табылған Уолдо үҙәнлегендәге урман янғындары бишенсе көндө бер кеше ғүмерен өҙҙө.
Үле кәүҙәне штаттың ҙурлығы буйынса икенсе урында торған Колорадо- Спрингс ҡалаһы ситендә табалар. Бынан 35 мең кеше күсерелә, ҡала ситендәге 346 йорт тулыһынса янып бөтә.
Кешеләр ваҡытлы торлаҡтарҙа тормоштарын рәтләргә тырыша һәм компенсация алыу мәсьәләһен ҡайғырта: “Бергә йыйылып, яңынан төҙөргәме- юҡмы, страховка компанияларынан күпме аҡса алырға мөмкин- шул хаҡта кәңәшләшәбеҙ. Беҙ күршеләр булып йәшәнек, бик яҡынайып киттек, ауыр минутта ла хәҙер бер- беребеҙгә таянабыҙ.”
Колорадо штатын тәбиғәт һәләкәте зонаһы тип иғлан иткән президент Барак Обама, Колорадо-Спрингсҡа килеп, уттан зыян күргән районды ҡарап, урындағы янғын һүндереүселәр менән осрашырға тейеш.
Ҡалаға янаған янғын ут төртөү шиге булған күрше графстволағы янғындарҙан һуң була, әммә рәсми кешеләр әлегә уны Уолдо үҙәнлегендә ут сығыу менән бәйләмәй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий