пятница, 15 июня 2012 г.

Германия исламистарға һөжүм итә.



Кесаҙна көн немец полицияһы урындағы махсус хеҙмәттәр экстремистик тип иҫәпләгән салафит төркөмдәренең 70 офисында тентеү үткәрҙе. 7 федераль биләмәне үҙ эсенә алған масштаблы операция һөҙөмтәһендә байтаҡ материалдар тартып алынды. Улар ойошманың экстремистик йүнәлешле булыуын иҫбат итеүҙә файҙаланыуы ихтимал.
“Шуны раҫларға теләйем: мин бөгөн ойошмалар хаҡындағы закондарға ярашлы Millatu Ibrahim салафиттар төркөмөн тыйыу тураһында иғлан иттем,-тип белдерҙе Германияның эске эштәр министры  Ханс-Петер Фридрих.-Был төркөм беҙҙең конституцион ҡоролошобоҙға һәм халыҡтар араһындағы үҙ- ара килешеү фәлсәфәһенә ҡаршы сыға.”
Германияла 4 мең самаһы салафит-  консерватив ислам яҡлылар йәшәй һәм махсус хеҙмәттәрҙе үҙенә йәлеп иткән салафит төркөмдәре бар. Апрелдәге Германия ҡалаларында немецтарҙы иманға ҡайтарыу маҡсаты менән 25 миллион Ҡөрьән китабын таратыу акцияһын властар илдең именлегенә хәүеф тыуҙырыу тип ҡабул итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий