понедельник, 9 июля 2012 г.

Мысыр президенты парламентты ҡайтанан тергеҙҙе.



Мысыр парламенты эшен ҡайтанан башланы. Йәкшәмбе көн президент Мөхәммәт Мурси илдең Юғары конституция суды тарафынан исламист фирҡәләре күпселекте алған Халыҡ йыйылышын таратыу хаҡындағы ҡарарын инҡар итеүсе указын баҫтырҙы.
15 июндә парламенттың түбәнге палатаһы парламентҡа һайлау хаҡындағы ҡарар илдең конституция декларацияһына тап килмәүе сәбәпле таратылғайны. Парламентты таратыу хаҡындағы ҡарар, президент һайлауҙарының икенсе турына 2 көн ҡалғас, Мысыр ҡораллы көстәренең Юғары Советы тарафынан ҡабул ителгәйне. Бының артынан уҡ хәрбиҙәр закон сығарыу хоҡуғын ҡайтанан  үҙ ҡулдарына алыуҙары хаҡында белдергәйне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий