понедельник, 23 июля 2012 г.

Лондон халҡы Мюнхен теракты ҡорбандарын хөрмәтләп иҫкә алды.



Лондон Олимпиада башланыуын көтә: уға 5 көн ҡалған. Һуңғы әҙерлектәр бара. Гәзиттәр профсоюз забастовкасылары уйынды өҙөргә маташасаҡ, тип хәүефләнә, ә кешеләр юлдағы тығындарҙан шөрләй.  Британия баш ҡалаһы буйлап иһә бында йома көн килгән олимпия уты сәйәхәт итә.
17 000 хәрби Британия баш ҡалаһы халҡының һәм ҡунаҡтарҙың именлеген һаҡларға әҙерләнә. Был мәлдең мөһимлеген 40 йыл элек булған фажиғә лә иҫкә төшөрөп тора. Мюнхен олимпиадаһындағы теракт Израиль йыйылма командаһының 11 ағзаһын һәм 1 немец полицейскийын һәләк итте.
Халыҡ- ара олимпия комитеты президенты Жак Рогге уйындарҙы асыу тантанаһы фажиғәләрҙе хәтерләүгә ҡулай урын түгеллеге хаҡында белдерһә лә, Лондон халҡы Олимпия теракты ҡорбандарын хөрмәтләп иҫкә алды.
“Разведка тулы әҙерлектә тора. Британияның именлек хеҙмәте бөтә көсөнә эшләй, Олимпиада ваҡытындағы хәүефте кәметеү өсөн, бөтә донъяның махсус хеҙмәттәре уларға ярҙам итә,-”тип белдерҙе Израилдең оборона министры Эхуд Барак.
Тель-Авив, Мюнхен ваҡиғаларының ҡабатланыуынан шикләнеп, милли йыйылма олимпия спортсыларын һаҡлауҙы көсәйтергә уйлай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий