понедельник, 16 июля 2012 г.

Монбланда яңы ҡорбандар.



Насар һауа шарттары һәм һаҡһыҙлыҡ арҡаһында йәнә ике альпинист һәләкәткә осраған. Уларҙың туңған кәүҙәләрен йәкшәмбе көн Монбланда тапҡандар. Тағы 6 альпинист, көслө елгә ҡарамай, альпинистар туҡталҡаһына ҡайта алған.

Насар күренеүсәнлек арҡаһында ҡотҡарыусылар уларҙы бөгөн иртән генә эвакуациялай алған. Улар барыһы ла дауаханаға оҙатылған, бер альпинист ҡыҙ бик ауыр хәлдә.

Ваҡиға Le dôme du Goûter түбәһендә, Франция менән Италия сигендә була. Был Монбландың өсөнсө тауы, уның бейеклеге 4 300 метр.

“Насар әҙерлек менән килеүҙәрендә һис бер шик юҡ, өҫтәүенә улар көн боҙолғас күтәрелә башлағандар. Йома көн иртән төркөмдә 20 кеше була, ҡайһы берҙәре кире ҡайтыуҙы хуп күрә, ә иң ныҡыш 8 әҙәм маршрутты дауам итә һәм юғала.”

Һуңғы аҙнала Француз Альптарында был инде икенсе фажиғә. 12 июлдә, ҡар ишелмәһе аҫтында ҡалып, 9 кеше һәләк булғайны, 10-дан ашыуы тән йәрәхәттәре алғайны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий