вторник, 17 июля 2012 г.

“Гринпис” активистары Лондонда һәм Эдинбургта тиҫтәләгән АЗС-ты ҡамап алды.




Арктикала бөтә донъя ҡурсаулығы төҙөүҙе һәм унда нефть табыуҙы тыйыуҙы маҡсат итеп ҡуйған “Гринпис” активистары Лондонда 71 һәм Эдинбургта 3 АЗС-ты ҡамап алды.

“Гринпис”тың маҡсаты- Төньяҡ полюс тирәһендәге территорияларҙы сәнәғәт  үҙләштереүенән азат итеү.

“Беҙ был территорияла ҡурсаулыҡ зонаһы төҙөргә теләйбеҙ,- ти акцияла ҡатнашыусыларҙың береһе.- Бөгөн беҙ Shell ҡампанияһына ҡаршы эш итеү аҙнаһы иғлан иттек, бындай акция бөтә донъя буйынса бара. Shell беҙгә ҡолаҡ һалыр һәм Арктикала нефть табыу уйынан баш тартыр, тип уйлайбыҙ.

Экологтарҙың фекере буйынса, Арктикала нефть табыу экология һәләкәтенә килтереүе, боҙҙар иреүенә булышлыҡ итеүе һәм океан һыуҙарын бысратыуы ихтимал.

Тәртип һағында тороусылар 24 кешене-Лондонда 18, Эдинбургта 6 кешене ҡулға алғандар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий