вторник, 17 июля 2012 г.

Байкал экологияһы: сүп-сарға алмашҡа- сувенир.



Себер ынйыһы- Байкал күле буйында тауҙай сүп-сар. Рәсәйҙең һәм бөтә донъяның экология ойошмалары күп йылдар инде Ерҙәге иң ҙур таҙа һыу резервуары һәм уның тирәһендәге ерҙәрҙең таҙалығы өсөн көрәшә.”Байкалдың таҙа ярҙары”тип аталған шәхси экология инициативаһы күлдең иң ҙур Ольхон утрауы туристарының һәм тирә- яҡ мөхитте һаҡлаусыларҙың тырышлығын берләштерергә булды.
Санкт- Петербургтан турист Елена Бабаева:
“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә донъя һымаҡ, беҙ ҙә юғары ҡулланылыш йәмғиәтендә йәшәй башланыҡ. Советтар Союзында бындай проблема булманы, сөнки ҡауырһын шешәләр, памперстар һәм сереп юҡҡа сығыуына оҙаҡ ваҡыт талап ителгән цивилизацияның ваҡ- төйәге булманы.”
”Байкалдың таҙа ярҙары”башланғысының асылы- Ольхон утрауынан ҡайтыусы туристарға сүп-сар һалынған тоҡтарға алмашҡа ябай ғына сувенирҙар тәҡдим итеү.( проекттың символикаһы төшөрөлгән футболкалар һәм баш кейемдәре). Күптәр теләктәшлек белдерә, ә урындағы халыҡтың ҡайһы берҙәре экологтарҙың ысын ярҙамсыларына әйләнә бара. Йыйылған сүп эшкәртеү өсөн махсус полигонға оҙатыла.
 “Сүп- сарҙы призға алмаштыр”проекты 15 авгусҡа ҡәҙәр дауам итәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий