суббота, 21 июля 2012 г.

Рамаҙан айы башланды.






Рамаҙан айы башланды. Күктәге нәҙек кенә ярымай туғыҙынсы айҙың тыуыуы хаҡында хәбәр итте.
Иерусалимдағы Әл-Аҡса мәсете янына 100 меңдән ашыу мосолман йыйылды. Иҫке ҡалала меңдән ашыу полицейский тәртип һағында тора. Рамаҙан айында палестиналыларға бында инеү сикләнгән -балалар менән ҡатын- ҡыҙҙар ғына индерелә, ир- аттарҙан ҡарттарға ғына юл асыҡ.
Мосолмандар өсөн Рамаҙан- изге ай. Риүәйәттәр буйынса, тап ошо көндәрҙә Хира тауында яңғыҙ ғибәҙәттә ултырған Мөхәммәт пәйғәмбәр,ғәләйһис сәләм, Аллаһ һүҙен-Ҡөрьән аяттарын ҡабул итә башлай.
Төркиәлә Рамаҙан туристар сезоны башланыуы менән тап килә. Был көндәрҙә мосолман туристарҙы йәлеп итеү өсөн, ҡунаҡханалар хаҡтарҙы төшөрә. Туроператорҙарҙың иҫәбе буйынса, Рамаҙан айында Стамбулға ғәрәп илдәренән туристар күберәк килә.
Рамаҙан айы- тик изге ғәмәлдәр генә ҡыла торған ваҡыт. Ислам был айҙа боҙоҡ эштәрҙән, хәрәм аҙыҡтан тыйылырға өндәй. Рамаҙан айында мосолмандар игелектәрҙе күберәк эшләп ҡалырға тырыша.



Комментариев нет:

Отправить комментарий