понедельник, 23 июля 2012 г.

Евгений Никитин Байрейт фестивалендә сығыш яһай алманы.



Баварияның Байрейтында, данлыҡлы опера фестивале башланырға бер нисә көн ҡалғас, ғауға ҡупты. Рәсәй йырсыһы һәм Мариинский театры премьеры Евгений Никитин Вагнерҙың “Летучий Голландец” операһындағы төп ролдән баш тартырға мәжбүр булды. Сәбәбе- йырсының түшендәге свастика татуировкаһы, уны ул “тормошомдағы иң ҙур хата тип атаны.” Никитиндың рок үткәне хаҡында немецтар телевидение репортажынан белделәр.
“Әгәр ул был татуировканы бик күптән эшләгән икән, быны аңларға була,- тип белдерҙе фестиваль вәкиле Питер Эммерих.- Әммә ул был хаҡта бер ҡасан да асыҡлап һөйләмәне. Ә был бик үк ғәҙел түгел, шуға беҙҙең күңелебеҙ ҡайтты.”
Ҡасандыр композитор үҙе нигеҙ һалған Рихард Вагнер операһы фестивале- Европаның төп һәм абруйлы музыка байрамы, уға меңәрләгән музыка һөйөүселәр йыйыла. Ваҡытында опера смотры тамашасылары араһында Вагнер музыкаһын яратҡан Адольф Гитлер ҙа булған, һәм нацизм Германия өсөн ғазаплы хәтирә булып ҡала килә.
/премьер- 1. премьер- министр, 2.театрҙа төп ролдәрҙе башҡарыусы артист/

Комментариев нет:

Отправить комментарий