четверг, 26 июля 2012 г.

Америка кинотеатрындағы үлтереш ҡорал һатыуҙы арттырған.



12 кешенең үлеүенә, 58 кешенең яраланыуына сәбәпсе булған уҙған йомалағы Американың Аврора (Колорадо штаты) ҡалаһындағы үлтереш- АҠШ- та атыу ҡоралдарын иркен йөрөтөүҙең бер һөҙөмтәһе. Йыл һайын пуляларҙан 30 мең әҙәм һәләк була.
Шуныһы аптырата: кинотеатрҙағы фажиғә атыу ҡоралдарын һатыу кимәлен арттырған. Аҙна эсендә ҡорал алырға теләүселәр 900-ҙән 1200-гә артҡан. Магазин хужаһы һөйләй:
“Был ваҡиғаның икенсе көнөндә магазин алдында сиратта 15 кеше тороуын күрҙем.”
Ҡоралланырға кәрәк тигән уй күптәрҙең башына килгән:
“Был ваҡиға күҙемде асты- ҡоралланырға кәрәк икәнен аңланым.”
Ҡорал йөрөтөү америкалыларҙың конституцион хоҡуғы. Был инде уларҙың ғәҙәтенә ингән.
1977 йылда Америка йорттарының 54 процентында ҡорал булған, 2010 йылда был һан 32 процентҡа ҡалған. Был кәмеү яңылыш фекер тыуҙырыуы ихтимал, сөнки ҡоралдың дөйөм иҫәбе юғары: илдәге 314 миллион кешелә 200-300 миллион ҡорал бар.
Йыртҡыстарса енәйәт эшләгән Джеймс Холмс өйөндә бер арсенал ҡорал булған. Кинотеатрға ул үҙе менән Глок маркалы ике пистолет, Ремингтон карабины һәм Смит энд Вессон пистолеты алған булған.
Авроралағы фажиғә атыу ҡоралдарын һатыуҙы сикләргә мөмкинлек биргән закон хаҡында дебаттар тыуҙырманы. Колорадола һайлау алды сәйәхәтендә булған президент Обама был мәсьәләгә иғтибарын йүнәлтмәне.
“Беҙҙең илдәге мәғәнәһеҙ көс ҡулланыуға нөктә ҡуйыу өсөн, бер нисә көндән, бер нисә аҙнанан, бер нисә айҙан беҙ был мәсьәләгә кире ҡайтырбыҙ һәм нимә лә булһа эшләрбеҙ.”
Уның оппоненты, республикасы Мит Ромни 4 миллионлы Милли атыу ассоциацияһы ағзаларының тауыштарын үҙ яғына ауҙарыу ниәтен йәшермәне.
“Һунарсыларҙың, спортсыларҙың, үҙ йорттарын һәм ғаиләләрен һаҡларға ниәтләүселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусы президент кәрәк беҙгә. Президент Обама быны эшләмәйәсәк. Ә мин эшләйәсәкмен!”
Шулай ҙа бик күптәр бер нәмәне аңлай башланы: Колорадолағы һымаҡ фажиғәләрҙән ҡотолоу өсөн, атыу ҡоралдарын йөрөтөүҙе сикләүсе закондарһыҙ булмай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий