четверг, 5 июля 2012 г.

“Каликст кодексы”ның юғалыу сере асылған.



Цемент тоҡтары һәм кирбестәр араһында ятҡан күрмәлекһеҙ генә сука эсенән полиция ҡиммәтле “Каликст кодексы”н табып алған. XII быуатҡа ҡараған боронғо ҡулъяҙма былтыр Сантьяго-де-Компостеллалағы Изге Иаков соборы сейфынан урланған.

Иллюстрацияланған боронғо китап апостол Иаковтың эшмәкәрлеген тасуирлай һәм Испания буйынса йөрөү өсөн тәүге белешмә булып тора, сөнки ул изге урындарға сәйәхәт ҡылыусыларға төнгөлөккә туҡталыу өсөн яҡшы урындар, урындағы халыҡтың традициялары хаҡында һөйләй. Бүнәтәйҙәр- осраҡлы туристар-ҡомартҡының имен икәнлеген күргәс, хатта илап ебәргәндәр.

Раритет собор эшсеһе һәм электригының ҡала ситендәге гаражына йәшерелгән була. Тентеү ваҡытында юғалған башҡа брошюралар һәм 1 200 000 евро табыла. Ябай эшсе шул ҡәҙәр аҡсаны ҡайҙан алыуын әле асыҡлайһы бар. Ир кеше, әлегә уның исем- фамилияһы хәбәр ителмәй, соборҙа 25 йыл эшләгән һәм яңы ғына эшенән киткән. Сиркәүҙә эшләүселәрҙең һүҙҙәре буйынса, “Каликст кодексы” юғалғаны бирле, ул мессаны бер генә көн дә ҡалдырмаған.

/Месса- католиктарҙың көндөҙгө ғибәҙәт ҡылыуы/

Комментариев нет:

Отправить комментарий