четверг, 19 июля 2012 г.

Ингрид Бетанкурҙы урлаусыларҙың береһе ҡулға алынған.



Колумбия властары илдең көньяғында элекке президентлыҡҡа кандидат Ингрид Бетанкурҙы урлауҙа шик аҫтына алынған әҙәмде ҡулға алғандар. Марко Патиньо Какета провинцияһында тәртип һағында тороусыларҙың операцияһы ваҡытында ҡулға эләгә. Уны полиция генералы Луис Мендьетаны аманатлыҡҡа алыуҙа ла ғәйепле, тип иҫәпләйҙәр.

Франция һәм Колумбия гражданкаһы Ингрид Бетанкур ФАРК боевиктары тарафынан 2002 йылдың февралендә урлана һәм 6 йыл әсирлектә була.

Комментариев нет:

Отправить комментарий