четверг, 16 августа 2012 г.

“Кай-так”Филиппинға ябырыла.



Филиппин архепелагындағы иң ҙур утрау- Лусонға ябырылған тропик шторм 4 кешенең ғүмерен өҙгән. Метерологтар мәғлүмәттәре буйынса, сәғәт эсендәге яуым- төшөм кимәле 35 миллиметрға еткән. 4 ауыл һыу аҫтында ҡалған, көслө ел ишелмәләр барлыҡҡа килтергән. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе билдәләү хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, Кагаян- илдәге иң оҙон йылға, ярҙарынан сығып, төньяҡтағы ауыл хужалығы ерҙәрен баҫыуы ихтимал.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ҡойма ямғырҙар 95 кешенең ғүмерен ҡыйған, ҡеүәтле һыу ташыуҙан мандый алмаған баш ҡалаға ла килеп етте. Кай- так яҡыная башлағас, властар халыҡты йәнә эвакуацияға әҙерләнергә саҡырҙы. Синоптиктарҙың прогноздары ҡыуаныслы түгел: һауа торошо яҡын арала үҙгәрмәйәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий