Глобаль йылыныу
Венгрияның Балатоны өсөн яҡшыға түгел. Эксперттар хәүефләнә: Үҙәк Европалағы данлыҡлы
күл иң ҙур күл статусын юғалтыуы
ихтимал. Хәҙер уның майҙаны 500 квадрат километрҙан ашыу. Ҡайһы бер прогноздар
буйынса, 2050 йылға был майҙандың 15 проценты ғына ҡаласаҡ.
Питер Фекете, эксперт:
“Иллюзияға бирелергә ярамай, әгәр былай барһа, Балатон ситтән һыу менән тулыландырмай йәшәй алмаясаҡ. Халыҡ ошо турала белергә тейеш.”
Был күл элек тә тәрәнлеге менән айырылып тормаған-
һыуҙың уртаса кимәле 3 метр самаһы. Шуға ла йылы һыуҙа иркәләнеп һыу инеүҙе хуп
күреүселәрҙең ул яратҡан урыны. Хәҙер хәлдәр ҡырҡа үҙгәрә.
Лайош Читтель, елкәнле кәмә спорты буйынса чемпион:
“Беҙгә елкәнле кәмәләр
ярышынан баш тартырға тура киләсәк, караптарыбыҙ йөрөй алмай, тәрән фарватерҙар
ҡалманы. ”
Әйтергә кәрәк күп кенә
эксперттар быны ғәҙәти хәл итеп ҡабул итә.
Венгрияның фәндәр
академияһы профессоры Лайош Ворош:
“Беҙ күҙәткән ул
билдәләр хәүефле билдә тимәҫ инем. Һыуҙың бындай кимәле һуңғы 150 йыл эсендә
йыш күҙәтелгән.”
Хатта боронғо
римляндар Балатонды Pelso, йәғни “Һай күл” тип атағандар, шуға күрә элек- электән бында килеүселәр уны кисеп йөрөргә күнеккән.
/фарватер- караптар йөрөй алырлыҡ һыу юлы/
Комментариев нет:
Отправить комментарий