воскресенье, 26 августа 2012 г.

АҠШ: тәбиғи көстәр сәйәсәткә ҡыҫыла.



Флоридаға йүнәлгән “Исаак”тропик штормы АҠШ Республика фирҡәһе съезының программаһына төҙәтмә индерҙе. Съезда Митт Ромни һәм Пол Райан президентлыҡҡа һәм вице- президентлыҡҡа кандидаттар итеп раҫланырға тейеш ине. Дүшәмбе ул рәсми рәүештә асыласаҡ, әммә бөтә саралар шишәмбегә ҡалдырыла.

Шәмбе “Исаак” Кубала булды. Ул утрауҙың көнсығыш өлөшөнә һөжүм итте. Көслө ел бер нисә тиҫтә йортто емерҙе. Мәғлүмәт агенстволарының хәбәр итеүе буйынса, ҡорбандар юҡ. Илдең һыуһаҡлағыстары айырым контроль аҫтында- йәнә ҡойма ямғырҙар буласаҡ тип көтөлә.

Гаитиҙа 6 кеше ғәрәсәт ҡорбаны булған. Улар араһында 10 йәшлек ҡыҙ бала ла бар.

Гаити- Латин Америкаһының иң ярлы иле- 2010 йылғы ҡеүәтле ер тетрәүҙән һаман мандый алмай. 350 меңдән ашыу кеше ауыр шарттарҙа палаткалы лагерҙарҙа йәшәй. Хәҙер тағы 14 мең кешене йорттарынан күсерергә тура килгән.

Доминикан Республикаһында бер нисә кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий