Дипломатик тырышлыҡҡа ҡарамаҫтан, Сүриәлә хәлдәр
насарая бара. Ҡаһирәләге матбуғат конференцияһында сығыш яһап, Ғәрәп дәүләттәре
Лигаһы генераль сәркәтибе Нәбил әл- Араби ошондай фекер әйтте:
“Сүриәләге хәлдәр насарҙан бик насарға табан бара.
Эштең былай тороуы бөтә донъя халҡын, айырыуса Ғәрәп дәүләттәре Лигаһын борсой.
Бер сүриәленең үлемен генә күҙ алдына килтерегеҙ әле, ә беҙ көн һайын йөҙҙәрсә
кешенең үлемен күрәбеҙ. ”
Көндөҙөрәк Дәмәшк ситендәге Дарайҙа үлтерелгән 200
кешенең мәйете табылыуы хаҡында мәғлүмәт алынды. Оппозиция вәкилдәре был
кешеләрҙе хәрбиҙәр язалаған тип бара, ил властары иһә һүҙ баш күтәреүселәрҙең
ҡорбандары хаҡында бара, тип раҫлай. Сүриә телевидениеһы аша күрһәтелгән
репортаждан урындағы халыҡтың армия яҡлы булыуы күренә:
“Ҡораллы кешеләр килеп, ҡасырға ҡуштылар, юғиһә
хәрбиҙәрҙең беҙҙе үлтерәсәктәрен әйттеләр. Армия хәҙер бында, һәм, аллаға
шөкөр, уларҙан тик яҡшыны ғына күрҙек, хәҙер беҙ хәүефһеҙлектә.”
Хөкүмәт ғәскәрҙәре авиация ярҙамында баш
күтәреүселәрҙе шәмбе көн Дарайҙан бәреп сығарған. Сигенеүсе баш күтәреүселәр
хәрбиҙәрҙең ҡулға төшөрөлгән ҡала ситендә һуйыш ойоштороуҙары хаҡында хәбәр
итте. Бойондороҡһоҙ сығанаҡтарҙан мәғлүмәт юҡ.
Был ваҡытта Сүриәнең вице- президенты Фәрүҡ Шара июль уртаһынан бирле тәүге тапҡыр халыҡ
араһында күренде һәм илде ташлап киткән, оппозиция яғына сыҡҡан тигән
хәбәрҙәрҙе юҡҡа сығарҙы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий