вторник, 25 сентября 2012 г.

Һиндостандағы ташҡын 1,5 миллион кешене йортһоҙ ҡалдырҙы.


Һиндостандың төньяғында, ҡойма ямғырҙар һәм ишелмәләр арҡаһында, 1,5 миллион кеше йорттарын ташлап киткән. Кәм тигәндә 33 кеше тәбиғәт ҡазаһы ҡорбаны булған, йәнә 20 кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 2 000 ауыл , ауыл хужалығы ерҙәре һыу аҫтында ҡалған. Властар йортһоҙ ҡалған кешеләргә ярҙам итергә тырыша. Улар өсөн 100-ләп лагерь төҙөлгән, тик урындар барыһына ла етмәй. Ямғырҙар аҙна буйы туҡтамай, Брахмапутра йылғаһы ташҡан, ҡасаҡтар һаны күбәйә бара.

Июль айында был регион көслө һыу ташыуҙан зыян күргәйне инде. Ул саҡта 110 кеше һәләк булды, 400 000 кеше йортһоҙ ҡалды.

Һиндостандың премьер- министры белдереүе буйынса, яңы һыу баҫыу -һуңғы йылдарҙағы иң ҙур ҡаза .

Комментариев нет:

Отправить комментарий