четверг, 6 сентября 2012 г.

Барак Обаманың йәшерен ҡоралы булараҡ Билл Клинтон.



Идара итеүсе президентты яҡлау һәм уның Аҡ Йортта ҡалыуын йәнә бер срокка оҙайтыу өсөн, элекке президет бөгөн АҠШ-тың Демократик фирҡәһе съезында сығыш яһаясаҡ. Конвент делегаттары, Клинтондың әлеге президент менән мөнәсәбәттәре ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, һайлаусыларҙы Обаманың йәнә 4 йыл президент булып эшләү дәүерендә американлыларҙың тормошон яҡшырта аласағына ышандыра алыр, тип өмөтләнә. Элекке президент аҡ тәнле эшселәрҙең һәм бай финанс донорҙарының кәйефенә йоғонто яһай алыр, тип тә уйлайҙар.

Йәмәғәтселек фекерен асыҡлау барышында шул асыҡланды: элекке Америка лидеры үҙе президент булып һайланған 1993 йылдағы һымаҡ уҡ популяр. АҠШ граждандарының 66  проценты уға ыңғай ҡарашта.

Көнэлгәре, Демократик фирҡә съезында, президенттың ҡатыны Мишель Обама кисәнең йондоҙо булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий