Харьков дауаханаһында Юлия Тимошенконы һаҡлаған
Качанов колонияһы хеҙмәткәрҙәре видеояҙма таратҡан. Унда, фирҡәләш иптәштәрен
индермәүгә йәне көйөп, Украинаның элекке премьеры ишекте ҡаға, хатта тәҙрәне
ватырға маташа. Ул украиндарҙы “ киләһе һайлауҙарҙа баш күтәреп, енәйәтсел шайканан”,
бында әлеге власть күҙ уңында тотола, ҡотолорға саҡыра.
“Әгәр һеҙ хәҙер Украина менән криминал, Украина менән
мафия идара итеүен аңламаһағыҙ, Янукович идара иткән был илдә һеҙҙе бер кем дә
яҡлай алмаясаҡ,-”тип ҡысҡыра ул.
Бер йыл элек Тимошенконы, Рәсәй менән газ килешеүендә
вәкәләттәрен арттырғаны өсөн, 7 йылға хөкөм иттеләр.
9 майҙан бирле ул дауаханала ята.
Шул уҡ ваҡытта, Баткивщина (Родина) фирҡәһе лидерһыҙ
ҡалыуға ҡарамаҫтан, һорашыу нәтижәләре буйынса, оппозицион блоктың популярлығы
арта бара. Украиналағы 28 октябргә тәғәйенләнгән парламент һайлауҙарына бер ай
ҡалды тигәндә, Батькивщина президент
Виктор Януковичтың идара итеүсе Региондар фирҡәһен ҡыуып етеп килә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий