вторник, 25 сентября 2012 г.

Токио- Пекин: һыу атҡыстар ярҙамында алыш.


Бәхәсле утрауҙар янында һыу туптары ярҙамында диңгеҙ алышы ҡыҙып китте. Ошо рәүешле Японияның һаҡсы катерҙары Токио үҙенеке тип иҫәпләгән территориаль һыуҙарҙан Тайвань караптарын ҡыуып сығарырға тырышты. Алышты вертолеттан төшөрөп, Токио телевидениеһы уны тура эфир аша күрһәтте. Көс әлегә япондар яғында, Тайвань флотилияһы халыҡ- ара һыуҙар яғына боролорға мәжбүр булды.

Конфликттың ҡырҡыулаша барыуы арҡаһында, Пекинда ҠХР һәм Япония хөкүмәте делегациялары араһында консультациялар башланды. Ике яҡ та үҫә барған көсөргәнешлелекте кәметеү юлдарын эҙләйәсәк.

Конфликт 11 сентябрҙә, Япония утрау хужаларынан 5 утрауҙың өсәүһен һатып алғандан һуң ҡуйырып китте. Пекиндың реакцияһы, әлбиттә, кире булды, ил буйынса Японияға ҡаршы сығыштар башланды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий