среда, 26 сентября 2012 г.

Испания: “Конгресты баҫып ал”акцияһы полиция менән бәрелешкә әйләнде.



Мадридта шишәмбеләге күмәк массалы “Конгресты баҫып ал”лозунгыһы аҫтындағы акция полиция менән бәрелешкә әйләнеп китте. Унда ҡатнашыусы меңләгән кеше властар үткәргән экономия сәйәсәте менән ризаһыҙлығын белдереү өсөн, илдең парламент бинаһы алдына йыйылды. Асыулы йәштәр төркөмө, полиция ҡамауын йырып үтеп, парламентҡа бәреп инергә маташты- тәртип һағында тороусылар ҡаты ғына итеп уларҙы был ниәтенән дүндерҙе. Бер нисә кеше ҡулға алынды, яралылар ҙа бар.
Бюджет дефицитын кәметеүгә йүнәлтелгән хөкүмәт реформаһы халыҡ араһында көндән- көн нығыраҡ ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Властар хеҙмәткәрҙәрҙе 13-сө эш хаҡынан мәхрүм итте, пенсиялар арттырылмай, ә һалымдар үҫә, белем алыуға һәм медицина хеҙмәтләндереүенә бүленгән сығымдар кәметелә.
Манифестацияла ҡатнашыусыларҙың фекере буйынса, хөкүмәт иҡтисади көрсөктө хеҙмәтсәндәр иҫәбенә йырып сыҡмаҡсы. Реформалар ғына түгел, демонстрацияла ҡатнашыусыларҙың уйынса, социаль тигеҙһеҙлек тыуҙырыусы сәйәси һәм иҡтисади система ла халыҡты ҡаршылыҡ акцияларына этәрә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий