Швейцарияның Берн
кантонында сит ил кешеләре еңел һулап ҡуйғандыр, моғайын. Улар
артабан да һалым льготалары менән файҙалана аласаҡ. Сит ил байҙары өсөн
ташламаларҙы бөтөрөү мәсьәләһе референдумға ҡуйылғайны- тауыш биреүселәрҙең
күбеһе унан баш тартты.
Шул рәүешле кантонда
пропорциональ һалым үҙ көсөндә ҡала- ул реаль килемдән түгел, ә һалым
түләүсенең сығымдарынан сығып иҫәпләнә.
Берн кантонында 250
самаһы бай сит ил кешеһе йәшәй, араларында байтаҡ күренекле кешеләр ҙә бар.
Күптәре, мәҫәлән, йырсы Джонни Холлидей һәм режиссер Роман Полански престижлы
Гштаад курорт ҡаласығында төпләнгән.
Швейцарияға тәүләп күсеп килгәндәргә һалым
ташламалары яһала.
Комментариев нет:
Отправить комментарий