воскресенье, 16 сентября 2012 г.

Мәскәүҙә оппозицияның ҡаршылыҡ акцияһы үтте.



Мәскәүҙә шәмбе көн оппозицияның Рәсәй властары сәйәсәтенә ҡаршы ҙур акцияһы үтте. Тантаналы йөрөштә, ойоштороусыларҙың иҫәбе буйынса, 100 мең кеше ҡатнашҡан. Мәскәү полицияһы 14 мең кешене һанаған, күҙәтеүселәр иһә 30 мең кеше хаҡында һөйләй.
“Беҙ алдаҡсыларға һәм бурҙарға –юҡ, тип әйтер өсөн килдек,- тип хәбәр итте оппозиция лидерҙарының береһе Борис Немцов.-Беҙ репрессияларҙы туҡтатыу, яңы ғәҙел һайлауҙар үткәреү өсөн килдек. Беҙ барыбер еңәсәкбеҙ. Беҙ ифрат күмәк. Улар беҙгә ҡамасаулай, улар беҙҙе ҡурҡытырға маташа, әммә уларҙың эше барып сыҡмаясаҡ.”
Манифестацияла ҡатнашыусылар сәйәси тотҡондарҙы азат итеүҙе, Владимир Путиндың отставкаға китеүен, ваҡытынан алда президент һәм парламент һайлауҙарын үткәреүҙе талап итте, Рәсәйҙең азат буласағына ышандырҙы.
“Улар ҡурҡалар, улар йә репрессияға тотоналар, йә халыҡ алдында яҡшы күренергә тырышалар,- тип һөйләй Дәүләт думаһының элекке депутаты Геннадий Гудков.-Беҙ уларға шундай итеп баҫым яһаясаҡбыҙ, улар йә һөйләшеүҙәр башлап, етди реформаларға тотонасаҡ, йә икенсе вариант- һеҙ уны беләһегеҙ, мин уны әйтеп тормайым.”
Полиция вәкилдәре хәбәр итеүенсә, митингыла ул-был ваҡиғалар булмаған. Акция тамамланғас, властар менән килешелмәгән тантаналы йөрөш ойошторорға маташҡаны өсөн, “Һул фронт” координаторы Сергей Удальцов ҡулға алынған. Шундай уҡ, әммә кәмерәк халыҡ ҡатнашҡан акциялар Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла үткән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий