воскресенье, 2 сентября 2012 г.

Испания: врачтар хөкүмәттең нелегалдарҙы бушлай дауалауҙы туҡтатыу ниәте менән риза түгел.



Шәмбе көн Мадридтың иң ҙур хәстәханаһы алдында һаулыҡ һаҡлау министрлығы үткәргән реформаға ҡаршылыҡ йөҙөнән йөҙҙәрсә кеше йыйылды.
Бынан ары легаль булмаған иммигранттарҙы хөкүмәт хәстәханаларында дауалау бюджеттан түләнмәйәсәк. Балалар, ауырлы ҡатындар, тиҙ ярҙам машинаһы килтергәндәр өсөн генә ташлама яһала.
Хөкүмәттеке булмаған “Сиктәрһеҙ табиптар”ойошмаһы саҡырыуы буйынса, яңы сараларға ҡаршы хәрәкәткә 2 мең табип һәм шәфҡәт туташы ҡушылды. Улар, кешеләрҙе айырып тормай, барыһын да дауалаясаҡтарын белдерҙе.
“Беҙ документһыҙ иммигранттарға бушлай дауаланыу юлын ябыу ҡарары менән ҡырҡа риза түгел. Был фекер менән беҙҙең хәстәхананың бөтә хеҙмәткәрҙәре лә, ғөмүмән, бөтә медицина секторы килешә. Хөкүмәт аргументтарыбыҙҙы ишетһен өсөн, барыһын да эшләйәсәкбеҙ,”-ти баш ҡала хәстәханаһы микробиологы.
Был ҡәҙәр ҡеүәтле ҡаршы тороуҙы көтмәгән премьер-министр Мариано Рахой Галисиялағы шәмбе митингыһында үҙ сәйәсәтен аҡларға маташты. Һаулыҡ һаҡлау һәм һалым һалыу өлкәләрендәге уның реформалары Испанияның именлеге өсөн бик тә кәрәк икәнлеген белдерҙе.


Комментариев нет:

Отправить комментарий