Мысырҙың популяр тапшырыуҙар алып барыусыһы һәм “Әл-Фараин”каналы
хужаһы ил президенты Мөхәммәт Мөрсиҙы үлтерергә һәм режимды алмаштырырға
ҡотортоуҙа ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаҡты.
Был хаҡта ул Ҡаһирәлә асыҡ суд процесында белдерҙе.
Суд залына Акаша үҙенең яҡлылар уратыуында килде. Уның фекере буйынса, был суд
процесы- сәйәси процесс. Идара итеүсе “Мосолман туғандар ”фирҡәһе ошо рәүешле
үҙ адресына тәнҡиттәрҙән ҡотолмаҡсы була.
“Беҙ һүҙ иреге һәм үлтереүгә ҡотортоу араһында айырма
барлығын күрһәтергә теләйбеҙ,-тип белдерҙе “Мосолман туғандар”ҙың
адвокаты.-Тәүфиҡ Акаша уларҙы айырып торған сикте уҙҙы.”
Тәүфиҡ Акаша аңлатыуынса, 16 августа ул “Мосолман
туғандар”ҙың уҙған революция барышында полиция участкаларына, судтарға һәм
төрмәләргә һөжүм итеүгә ҡағылыштары булыуы хаҡында белдергән. Бынан һуң Мысырҙың
генераль прокуратураһы уға ҡаршы енәйәт эше асҡан һәм уның телеканалы эшен
туҡтатҡан.
Телевидение тапшырыуҙарын алып барыусының адвокаты
процесты туҡтатыуҙы талап итте, сөнки дәғүәсе булып президент Мөрси үҙе түгел,
ә ниндәйҙер өсөнсө кешеләр сығыш яһай. Бынан һуң судья процесты туҡтатты,
киләһе ултырышты 3 октябргә тәғәйенләне.
Комментариев нет:
Отправить комментарий