среда, 5 сентября 2012 г.

АҠШ һәм КХР АТР-ҙа баш булыр өсөн көрәшә.



Азия- Тымыҡ океан регионы Ҡушма Штаттар өсөн йәнә мөһим була башланы. Һайлау алды кампанияһының иң ҡыҙған мәлендә АҠШ-тың дәүләт сәркәтибе Хиллари Клинтон юҡҡа ғына унда 11 көнлөк турнеға сығып китмәне. Иракка һәм Афғанстанға күп йылдар сарыф иткәндән һуң, Вашингтон йәнә Тымыҡ океан регионына әйләнеп ҡайта, тик бында инде төп уйынсы- Ҡытай.
“Территориаль бәхәстәрҙә АҠШ бер яҡты ла ҡурсымай, әммә регион илдәре уларҙы хәл итеү өсөн бергәләп эшләргә, мәжбүр итеүгә, ҡурҡытыуға һәм, әлбиттә, көс ҡулланыуға бармаҫҡа тейеш.”
Хиллари Клинтондың дипломатик киҫәтеүе Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе регионындағы ҡайһы бер территорияларға дәғүә иткән Пекин адресына йүнәлтелде. Ҡытай яуапты оҙаҡ көттөрмәне:
“АҠШ Көньяҡ Ҡытай  диңгеҙе проблемалары буйынса билдәле позиция билмәйәсәге хаҡында бер нисә тапҡыр белдерҙе,-тине Ҡытай Халыҡ республикаһының сит ил эштәр министрлығы вәкиле.-Беҙҙең өмөтләнеүебеҙсә, улар үҙ вәғәҙәләрендә торорҙар һәм региондағы эшмәкәрлектәрен тыныслыҡ, тотороҡлолоҡ булдырыуға йүнәлтерҙәр, әммә киреһенсә түгел. ”
Ҡытай Көньяҡ Ҡытай диңгеҙендәге күп кенә архипелагтар өҫтөнән, шул иҫәптән Икенсе бөтә донъя һуғышынан бирле үҙе контролдә тотҡан, тик Вьетнам да дәғүә белдергән Парасель утрауҙары өҫтөнән үҙ суверенитетын булдырмаҡсы.
ҠХР шулай уҡ, Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе буйындағы башҡа илдәр менән бәхәскә инеп, Спратли һәм Скарборо утрауҙары архипелагына дәғүә итә. Был утрауҙар өҫтөнән контроль геополитик һәм иҡтисади әһәмиәткә эйә, сөнки унда нефть һәм газ ятҡылыҡтары табылған, ә бай балыҡ запастары хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Августа Пекин һәм Токио араһындағы мөнәсәбәттәр Көнсығыш Ҡытай диңгеҙендәге япондар Сенкаку, ә ҡытайҙар Дяоюдао тип аталған кеше йәшәмәгән утрауҙар арҡаһында боҙолоп китте.
Донъяның ике иҡтисади гиганты араһындағы ҡытыршылыҡтар Ҡытайҙың территориаль дәғүәләренә генә ҡайтып ҡалмай.
Бер нисә йыл инде сауҙа балансы АҠШ файҙаһына түгел. Ошо йылдың тәүге кварталында ғына сауҙа дефициты 2011 йылдың ярты йыллығы һандары менән тиңләште.
Вашингтон һәм Пекин бер- береһен даими рәүештә сауҙа ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләй. Ҡытайҙың экспортҡа тәғәйенләнгән сәнәғәт тармаҡтарын финанслауы менән АҠШ ҡәнәғәт түгел, Пекин иһә Вашингтонды таможняла барьерҙар тыуҙырыуҙа ғәйепләй. Икеһе лә БДСО-ға зарлана.

Комментариев нет:

Отправить комментарий