вторник, 11 сентября 2012 г.

Меркель- Совет Евроберләшмәһе яҡлымы?



Бына 7 йыл инде Германия хөкүмәтен етәкләгән Ангела Меркель Евроберләшмә илдәре лидерҙары араһында, һис шикһеҙ, иң абруйлыһы. Германия иҡтисадының алға китеүе, дәүләт бюджетының яҡшы хәле уға немец рецептын көрсөк менән көрәштә башҡа Евроберләшмә илдәренә индереп ҡарарға мөмкинлек бирә.
Әммә Германия канцлеры тәҡдим иткән финанс дисциплинаһы һәм ҡаты экономия саралары йәшәү кимәлен түбәнәйтә, эшһеҙлекте арттыра. Берлин сәйәсәтенә баш эйгән Европа илдәрендә халыҡ уның көрсөктән сығыу рецепттарына ҡаршы сыға.
Меркелде яратмаусылар уны”тимер канцлер”тип атай, әйтергә кәрәк, был әле уның иң насар ҡушаматы түгел. “Ньюстэйтсмен” журналы уны  “Европалағы иң ҡурҡыныс лидер”ҡушаматы менән бүләкләп ҡуйҙы.
Канцлерға Германия елкәһенә башҡа илдәрҙең проблемаларын һалдырмағаны өсөн коллегалары тарафынан да тәнҡит эләгә. Мексикалағы “Ҙур егерме”осрашыуында арыу ғына бюджет дефициты булған илдәр уның ҡаршылығын еңергә маташып ҡараны, тик булдыра алманы.
Ангела Меркель ҡаҡшамаҫ ҡурғаш һалдат. Уның сәйәси карьераһы быны раҫлап тора. 1954 йылдың июлендә Гамбургта тыуған. Ангела Меркель йәш ярымлыҡ ҡына саҡта уның атаһы, лютеран пасторы, һәм әсәһе, мәктәп уҡытыусыһы, бында күсеп киләләр.
Германия берләшкәндән һуң, Меркель Христиан- демократик берләшмәһенә инә һәм 1991 йылда канцлер Гельмут Коль ҡулынан ҡатын- ҡыҙҙар һәм йәштәр эше буйынса министр вазифаһын ала. Ангела Меркелдең, 2000 йылда ХДС лидеры булып алғас, сәйәси карьераһы юғарыға күтәрелә. 5 йыл үткәс, ул хөкүмәт башлығы булып китә һәм 2009 йылғы һайлауҙан һуң да канцлер посын һаҡлап ҡала.
Фирҡәһенең региондағы һайлауҙарҙа еңелеүенә ҡарамаҫтан, Ангела Меркель немецтар араһында популярлығын юғалтманы- 2009 йылдағы һымаҡ уҡ уларҙың 65 проценты канцлерға ышана.
Американың “Форбс”журналы версияһы буйынса, Ангела Меркель- донъялағы иң абруйлы ҡатын. Германияла Меркелдең рейтингы юғары- “Шпигель” уны Европа королеваһы, тип атай. Тик Меркель фирҡәһендә, Христиан демократик союзында, канцлер менән барыһы ла риза түгел, ХДС ағзаларының күбеһе Меркель сәйәсәте менән ҡәнәғәт түгел.
Әҙәбиәт профессоры, сәйәсәт һәм бизнес буйынса консультант Гертруда Хиллер шул фекер яғында. Меркель системаһын анализлап, Хеллер уны йәшерен авторитар, тип атаны. Гельмут Коль заманында Хеллер менән министр вазифаһы хаҡында һөйләшеүҙәр алып барыла, шуға күрә ул ХДС фирҡәһен яҡшы белә. Гертруда Хеллер беҙҙең менән Берлиндан әңгәмәләшә.
Кристоф Дебетс, Euronews:
-- Профессор Хеллер, һеҙ Меркелдең идара итеү системаһын анализланығыҙ. Ни өсөн һеҙҙә Меркель парламент ролен сикләй тигән фекер тыуҙы?
Гертруда Хеллер, политолог:
-Эйе, уны ул евроны һаҡлау процесы сиктәрендә эшләй. Бындай сикләүҙәр күбәйгәндән- күбәйә бара. Хәҙер, мәҫәлән, Европаның Үҙәк Банкы евро зонаһындағы хәле мөшкөл илдәрҙең дәүләт облигацияларын һатып алыу хаҡындағы ҡарар парламент хуплауына мохтаж түгел, тип белдерҙе. Шулай итеп, ЕҮБ Евроберләшмә илдәре һәм Европа парламенты бюджетын көйләүгә ҡыҫылыу хоҡуғын алды.
Беҙ консенсус юғары әһәмиәткә эйә булған демократик йәмғиәттә йәшәйбеҙ, шуға ла ниндәйҙер баҫым яһау кешеләрҙең асыуын ҡабарта. Идара итеү стиле менән риза булмағандар шуны яҡшы аңлай: йә изоляцияла буласаҡ, йә эшһеҙ ҡаласаҡ. Барыһының да ризалашып ҡул күтәреүҙәре миңә тоталитар системаны хәтерләтә.
Кристоф Дебетс, Euronews:
-Франсуа Олланд- хөкүмәттең иҡтисадҡа ҡыҫылыу идеяһын яҡлай. Меркель дә дәүләт көйләүе яғында. Скептиктар әйтмешләй, был хыял командаһы беҙҙе Советтар Евроберләшмәһенә алып килмәҫме икән?
Гертруда Хеллер, политолог:
-Эйе, ысынлап та шулай. Ике сәйәсмән дә дәүләттең иҡтисадҡа ҡыҫылыуы яҡлы. Меркелдең әле булһа Олландтан ситләшеңкерәүе аптырата. Бының ғилләһе Меркелгә Евроберләшмәләге юғары вазифалар өсөн көрәштә конкуренттың артыҡ булыуындалыр.
Кристоф Дебетс, Euronews:
-Ангела Меркель власть өсөн көрәштә Европа институттарын нисек файҙаланмаҡсы?
Гертруда Хеллер, политолог:
-Ул асылын бер кем дә йүнләп аңламаған ҡарарҙарҙың ҡабул ителеүенә ирешә. ЕС-та “изге һыйырҙар”бар, улар –Евроберләшмә илдәренең финанс министрҙары. Уларҙың эше йәшерен тиерлек алып барыла. Шулай итеп, беҙ сикләнмәгән срокка антидемократик системаны, сикләнмәгән аҡса туҙҙырыу мөмкинлеген күрәбеҙ. Был механизмды тотороҡлолоҡ тип атайҙар, әммә ул Европала дестабилизация тыуҙыра.
Кристоф Дебетс, Euronews:
-Берәүҙәр өсөн Ангела Меркель -“ ҡиәмәтлек әсәй”, Германияны үҙгәртеүсе сәйәсмән , тик ,Гертруда Хеллер буйынса, яҡшы яҡҡа түгел. Икенселәр өсөн Меркель –ҡайғыртыусан мафия әсәһе... Рәхмәт, Хеллер ханым.
Гертруда Хеллер, политолог:
-Һеҙгә рәхмәт. Шуны аңлау мөһим: әгәр парламент закон сығарыу органынан күҙәтеүсегә әйләнһә, демократияға ҙур хәүеф янай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий