пятница, 14 сентября 2012 г.

Нью- Йорк һимереү менән көрәшә: бер ҡулға кока- кола литр ярым ғына.



Нью- Йорк властары, шәкәрҙе самаһыҙ ҡулланыуға ҡаршы сығып, кока- кола, фанта кеүек татлы газлы эсемлектәрҙе 500 миллилитрҙан да күберәк һатыуҙы тыйыусы закон сығарҙы. Уны боҙоусыларға 200 доллар күләмендә штраф янай.
Был закон 6 айҙан үҙ көсөнә инәсәк. Ул дөйөм туҡланыу урындарына, кинотеатрҙарға һәм фитнес үҙәктәренә һәм стадиондарға ҡағыла. Ә супермаркеттарҙа татлы эсемлектәр артабан да ҙур шешәләрҙә һатыласаҡ.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Нью-Йоркта бындай сара һимеҙ кешеләр һанын кәметер, тип иҫәпләйҙәр, ә улар һаны АҠШ-та йылдан –йыл арта бара.
“Беҙҙең ҡалала һимеҙлеккә ҡаршы көрәш сараларының был иң әһәмиәтлеһе,- ти Ҙур Алма мэры Майкл Блумберг.-Һәм, әлбиттә, ул һуңғыһы булмаясаҡ. Беҙҙең өлгөгә башҡа ҡалалар ҙа эйәрер һәм беҙ байтаҡ кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырбыҙ, тип өмөтләнәм.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий