пятница, 7 сентября 2012 г.

Lufthansa бортпроводниктары йәнә эш ташланы.



Lufthansa авиакомпанияһы бортпроводниктарының эш ташлауы арҡаһында, йома көн Франкфурт аэропорты осоп килеүсе һәм китеүсе самолеттарҙың яртыһынан күберәген- 1200 рейсты туҡтатырға мәжбүр булды. Авиакомпания хеҙмәткәрҙәре эш хаҡын арттырыуҙы һәм эш урындарын ваҡытлы ялланыусы стюардтарға  бирмәүҙе талап итә.
Шәмбе иртәһенә тиклем һуҙыласаҡ забастовка авиакомпания тарихында иң ҙуры булмаҡсы.
Бортпроводниктар профсоюзы вәкиле Николай Боблиз һөйләй:
“Етәкселек менән һөйләшеүҙәрҙә яҡын көндәрҙә алға китеш булыр тигән өмөт бар. Lufthansa компанияһының да, профсоюз ағзаларының да мәнфәғәте күҙәтелер, тип уйлайбыҙ. Ул саҡта бөгөнгө һымаҡ эш ташларға тура килмәйәсәк.”
Майндағы Франкфурт аэропорты бортпроводниктары инде өсөнсө тапҡыр эш ташлай. Профсоюздар хеҙмәт килешеүенең ҡайһы бер пункттарын үҙгәртеүҙе һәм эш хаҡын 5 процентҡа күтәреүҙе талап итә. Компания етәкселеге 3,5 процентҡа ғына күтәрергә риза.
Ә әлегә, эш ташлау сәбәпле, 100 меңдән ашыу пассажир зыян күргән. Ҡайһы берәүҙәргә көндө генә түгел, төндө лә аэропортта үткәрергә тура киләсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий