среда, 17 октября 2012 г.

Нидерланд. 200 миллион евролыҡ картиналар урланған.



Роттердамдың “Кунстхал”художество галереяһынан йәкшәмбегә ҡарай төндә XIX-XX быуаттың билдәле рәссамдарының 7 картинаһы урланған. Белгестәрҙең иҫәбе буйынса, уларҙың яҡынса хаҡы 150-200 миллион евро.

Урланған картиналар араһында Пабло Пикассоның данлыҡлы “Арлекин башы”, Клод Моненың ике әҫәре бар, ә ҡалған өсәүһе Поль Гоген, Люсьен Фрейд һәм Мейер де Хаан картиналары.

“Кунстхал” музейына 20 йыл, һәм беҙ ойошторған күргәҙмә уникаль,-ти галерея директоры Виллем ван Хассель.-Әйтергә кәрәк, беҙҙең иҫәптә бик күп данлыҡлы күргәҙмәләр, ошоға ҡәҙәр барыһы ла яҡшы барҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 100 % хәүефһеҙлек тәьмин итеү мөмкин түгел.

Урланған бөтә әҫәрҙәр 7 октябрҙә асылған “Авангард”күргәҙмәһенең бер өлөшө. Картиналар галерея залдары стеналарынан алынған.

“Был әҫәрҙәр бик оҙаҡ йылдар күләгәлә ҡаласаҡ,-ти сәнғәт өлкәһендәге хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса эксперт Тон Кремерс.-Һата алмаясаҡтарын аңлап, урлаусылар уларҙы юҡ итеүҙәре лә ихтимал. Йәнә әйтәм- уларҙы һатыу мөмкин булмаған эш. ”

Голландияла шау- шыу тыуҙырған ҙур енәйәт 1991 йылда булды. Ул саҡта Ван Гогтың Астердамдағы музейынан 20 картина урланғайны.

Хәҙер полиция видеояҙмаларҙы ҡарай һәм бурлыҡ шаһиты булыусыларҙың тәфтиш менән бәйләнешкә инеүҙәрен һорай.

Комментариев нет:

Отправка комментария