понедельник, 22 октября 2012 г.

Төньяҡ Кавказда Федераль оператив штаб үткәргән киң масштаблы операция һөҙөмтәһендә 49 боевик юҡ ителгән.




Төньяҡ Кавказда Федераль оператив штаб үткәргән киң масштаблы операция һөҙөмтәһендә 49 боевик юҡ ителгән.

Терроризмға ҡаршы милли комитет вәкиле хәбәр итеүенсә, ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәткәндә, улар барыһы ла ҡырып бөтөрөлгән. Шулар иҫәбендә Дағстандағы һәм Ҡабарҙы- Балҡарҙағы 9 радикаль исламист башлығы ла бар. Операция барышында боевиктарҙың 90-дан ашыу туҡталҡаһы һәм базаһы юҡ ителгән, 26 ҡорал арсеналы табып алынған.

Терроризмға ҡаршы милли комитет мәғлүмәттәре буйынса, махсус операция 2014 йылда Олимпия уйындары уҙасаҡ Сочиға яҡын торған Төньяҡ Кавказ республикаларын енәйәтселектән арындырыуға ла булышлыҡ иткән.

Көнэлгәре Дағстан баш ҡалаһының иң үҙәгендә Махачкала террористик төркөмөнә ҡараған боевиктың юҡ ителеүе хаҡында республиканың МВД вәкиле хәбәр итте. Шәмбе кис Петр I проспектында Дағстан УФСБ хеҙмәткәре, тикшереү өсөн, шикле ирҙе туҡтата, ул ата башлай һәм атыш ваҡытында үлтерелә. Уның исемен тәфтиш мәнфәғәтендә әлегә хәбәр итмәйҙәр. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең береһе лә зыян күрмәгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий