понедельник, 1 октября 2012 г.

Грузия: властар ғәҙел һайлауҙар вәғәҙә итә.



 Грузияла 1 октябрь буласаҡ һайлауҙарға бөтәһе лә әҙер. Граждандар 150 депутат һайлаясаҡ. Парламентҡа үтеү өсөн, кандидаттар йыйған тауыштар 5 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш.
“Күпселек” өсөн төп көрәш президент Михаил Саакашвилиҙың идара итеүсе “Берҙәм милли хәрәкәт”фирҡәһе һәм миллиардер Бидзина Иванишвилиҙың “Грузин хыялы” һайлау блогы араһында буласаҡ.

“Берҙәм милли хәрәкәт” еңеүенә ныҡ ышана.

Властарҙың раҫлауынса, уларҙың маҡсаты- һайлауҙарҙы ирекле һәм демократик мөхиттә үткәреү.

Грузияның эске эштәр министры, мәҫәлән, былай тине:

“Һайлау көнөндә полиция һәр ерҙә үҙен бик тотанаҡлы тоторға тейеш, фекерҙәр ҡаршылығы булған ерҙә айырыуса. Тик беҙ законға таянырға тейешбеҙ.

Грузияның оппозиция ойошмалары лидерҙары белдереүенсә, һайлау алды кампанияһы оппозиция активистарын ҡурҡытыу шарттарында үткән. Хөкүмәттеке булмаған хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары мәғлүмәттәре буйынса, кәм тигәндә 23 кеше законһыҙ рәүештә ҡулға алынған.

Әлбиттә, беҙ шикләнмәйбеҙ, хулиганлыҡ һымаҡ нәмәләр ҙә булыуы мөмкин, полицияға ҡаршылыҡ та булыуы ихтимал. Тик ни өсөн бындай хәлдәр ( ҡулға алыуҙар) һайлауҙарға бер нисә көн ҡалғас күҙәтелә, ни өсөн кешеләргә адвокаттарҙы индермәйҙәр.”

Әлеге парламент һайлауҙары- Конституцияға төҙәтмәләр индерелгәндән һуң тәүгеһе. Бынан һуң Грузия хөкүмәтен һәм премьер- министрын президент билдәләмәйәсәк, элеккесә илдең закондар сығарыу органында күпселекте алған фирҡә билдәләйәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий