вторник, 23 октября 2012 г.

Италия сейсмологтарына хөкөм сығарылған.



Һәр береһенә -6 йыл төрмә. Италияла  6 сейсмолог һәм 1 чиновник, 2009 йылда Аквил ҡалаһы халҡын буласаҡ ҡеүәтле ер тетрәү хаҡында иҫкәртмәгәндәре өсөн, хөкөмгә тарттырылған.  Ул саҡта 300 меңдән ашыу кеше һәләк булғайны. Ғалимдарҙы алдан ниәт ителмәгән үлтереүҙә, эшенә еңел ҡарауҙа, шулай уҡ ер тетрәү әүҙемлеге хаҡында дөрөҫ прогноз бирмәүҙә ғәйепләйҙәр.

Хөкөм ителеүселәр, 2008 йыл аҙағынан алып бер-бер артлы ҙур булмаған 400 тетрәү теркәлгәндән һуң, эксперт төркөмөнә ингән һәм ер тетрәү хәүефен баһалау менән шөғөлләнгән.
Фажиғәгә бер нисә көн ҡалғас, региондағы сейсмик хәүефлелек тураһында дөрөҫ булмаған прогноз биргәндәр.

Италия матбуғаты был процесты фән өҫтөнән судтип атаны.

Комментариев нет:

Отправка комментария