четверг, 18 октября 2012 г.

Испания студенттары үҙҙәренең белем алыуға хоҡуғын яҡлай.



Испанияны студенттарҙың ҡаршылыҡ акциялары ялмап алды: меңдәрсә кеше өсөнсө көн рәттән илдең 70 ҡалаһында хөкүмәттең ҡаты экономия саралары һәм бюджет ҡыҫҡартыуҙарына ризаһыҙлыҡ белдерә. Был саралар тәүге нәүбәттә студенттар елкәһенә төштө: уларҙың стипендиялары һәм хөкүмәт юғары уҡыу йорттарына тәғәйенләнгән сығымдар кәметелде:

“Башҡаларҙың хаталары өсөн беҙҙән түләтеүҙәре оят уларға. Беҙ бында белем алыуға хоҡуғыбыҙҙы яҡлап килдек: йыл һайын Испания хеҙмәтсәндәре хөкүмәттеке булған уҡыу йорттары һәм хөкүмәт һаулыҡ һаҡлау учреждениелары өсөн һалым түләй.”

“Беҙ лайыҡлы белем алыу өсөн көрәшәбеҙ. Башҡа социаль ҡатламға ҡарағаны йәки түләй алмағаны өсөн генә кешене уҡыу йортонан сығарып ебәрергә тейеш түгелдәр.”

Испания йәштәре араһында эшһеҙлек кимәле Евроберләшмәлә иң юғарыһы: һәр икенсе йәш испанлы эшһеҙ йөрөй. UNESCO мәғлүмәттәре буйынса, урта мәктәпте тамамлағандан һуң артабан уҡый алмағандарҙың иң күбе лә Испанияла.

Комментариев нет:

Отправить комментарий