воскресенье, 7 октября 2012 г.

КАР шахтерҙары эштән ебәреүҙәргә ҡаршылыҡ маршы менән яуап бирҙе.



КАР платина шахтаһында стачкала ҡатнашыусылар Британияның Anglo American Platinum компанияһының 12 мең таусыны эштән бушатыуына яңы ҡаршылыҡ марштары менән яуап бирҙе.
Шахталар тирәһендә полиция отрядтары туплана.
Әлеге мәлдә КАР-ҙа 80 мең таусы- был секторҙа эшләүселәрҙең 16 проценты эш ташлаған. Бындай эш ташлауҙарҙы шахта етәкселеге “законһыҙ” тип иҫәпләй.
“Насар тамамланасаҡ барыһы ла, Anglo American Platinum һәм уның Көньяҡ Африка ерендәге вәкилдәре ҡойоласаҡ ҡан өсөн яуап бирер тип уйламайым,-”ти эш ташлаған шахтерҙар лидеры.
Lonmin компанияһы, профсоюздарҙың талаптары менән килешеп, үҙ мәғдән усаҡтарындағы таусыларға эш хаҡын 22 процентҡа арттырғас, КАР платина шахталарындағы “ҡырағай забастовкалар” көсәйеп китте.
Белгестәрҙең иҫкәртеүе буйынса, был стачкалар бөтә донъяла платина һәм ҡиммәтле металдарға хаҡтарҙы күтәреп ебәреүе ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий