Һыуҙа- хәрби караптар,
ҡоро ерҙә- полицейскийҙар: Марокко властары Марина Смир портында йөҙмә
абортарийҙы ҡамап алды. Бынан алда бортында бала төшөрөү өсөн клиника
булдырылған Голландияның “Тулҡындарҙа ҡатын” судноһына ярға яҡын килергә рөхсәт
ителмәгәйне. Әммә активистар уларҙы тыңламаған, Марина Смирҙа якорь ташлаған.
Бала төшөрөү тыйылған
мосолман илендә йөҙмә клиника ҡаршылыҡ акцияларына сәбәпсе булды.
Ҡаршылыҡ акцияһында
ҡатнашыусыларҙың береһе һөйләй:
“Минең уйымса,марокколылар
быны провокация һымаҡ ҡабул итә. Улар был эште туҡтатырға тейештәр, бөтә
марокколылар минең менән ризалыр, тип уйлайым.”
Мосолман иленә йөҙмә
абортарий тәүге тапҡыр килгән, быға ҡәҙәр ул бала төшөрөү шулай уҡ тыйылған католик
илдәрендә булған.
“Беҙ бер нисә ҡатын-
ҡыҙға ярҙам итә алабыҙ, беҙ нейтраль һыуҙарға китеп аборт эшләй алабыҙ. Тик беҙ урындағы ҡатын-
ҡыҙҙарҙың иғтибарын бер нәмәгә йүнәлтергә теләбеҙ: Марокко ҡатын- ҡыҙҙары
ауырға ҡалыуҙан һаҡланыу сараларын ҡуллана ала,-”ти “Тулҡындарҙа ҡатын”ойошмаһы
активисы.
Марокконың гүзәл заттарына йәшерен врачтарҙа
түгел, ә ысын клиникала аборт эшләтеү мөмкинлеген биреү өсөн, Мароккоға йөҙмә
абортарийҙы ҡатын- ҡыҙ хоҡуҡтарын һаҡлау ойошмаһы саҡырған булған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий