четверг, 4 октября 2012 г.

Ҡырғыҙҙар алтын руднигын нацонализациялауҙы талап итә.



Шаршамбы көн Ҡырғыҙыстан баш ҡалаһында оппозицияның ҙур митингыһы үтте. Бишкек үҙәгенә йыйылған халыҡ “Кумтор”алтын руднигын нацонализациялауҙы талап итте. Митингыла ҡатнашыусылар Хөкүмәт йортона үтеп инергә маташты, әммә милиция, йәш ағыҙыусы газ ҡулланып, уларҙы туҡтатты.

 Илдең көнсығышындағы “Кумтор”алтын сығарыу руднигы- Урта Азияла иң ҙуры. Ул Ҡырғыҙыстан- Канада предприятиеһы тарафынан эсплуатациялана. Оппозицияның раҫлауынса, коррупция схемаһы арҡаһында, хөкүмәт тейешле килемде ала алмай.

Манифестация барышында парламентты ҡыуып таратырға һәм власты алмаштырырға саҡырыуҙар ҙа булды. Милиция спецназ көстәре ярҙамында митингыла ҡатнашыусыларҙы майҙандан ҡыҫырыҡлап сығара алды, бәрелештәр ҙә булды. Акцияла ҡатнашыусыларҙың дүртәүһе ҡулға алынды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий