суббота, 6 октября 2012 г.

Кениялылар Бөйөк Британия менән судлашырға әҙер.



Өс кениялы Бөйөк Британия хөкүмәте менән судлашыу хоҡуғы алды. Кенияның оло йәштәге өс гражданы раҫлауынса, улар уҙған быуаттың 50-се йылдарында Ҡушма короллектең колониаль ғәскәрҙәре тарафынан язаланыуға, көс ҡулланыуға һәм туҡмалыуҙарға дусар булған.
Йома көн Лондон суды ҡарар сығарҙы. Был ҡарар буйынса кениялыларҙың Британия властарына ҡарата бик күп дәғүәләре тикшерелеүе ихтимал. Бөйөк Британия хөкүмәте апелляция бирергә йыйына.

Комментариев нет:

Отправить комментарий