«Сэнди» ғәрәсәте Гаванаға барып етте. Ошо төндә Куба
баш ҡалаһына ҡойма ямғыр һәм дауыллы ел ябырылды. Метеорологтар тәбиғәт
ҡазаһына беренсе категорияны бирҙе. Был осраҡта ел түгел, ә«Сэнди» алып килгән
көслө ямғырҙар хәүеф тыуҙыра. Ҡорбандар һәм ҙур емереклектәр тураһында әлегә
хәбәрҙәр юҡ.
Көнэлгәре«Сэнди» Ямайка буйлап үтте. Һыу баҫыу
арҡаһында, урындағы властар уйһыу ерҙәрҙә йәшәүселәрҙе эвакуацияланы. Утрауҙа
күп кенә биналар зыян күргән, электр менән тәьмин итеү өҙөлгән. Хәбәр
итеүҙәренсә, 1 кеше һәләк булған.
Кубанан һуң, «Сэнди» Багам утрауҙарына юлланасаҡ,
әммә, синоптиктарҙың фекере буйынса, ул емергес көсөн юғалтасаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий