суббота, 6 октября 2012 г.

Битлздың“Love Me Do”хиты юилейын байрам итә.



Легендар Beatles төркөмөнөң тәүге “Love Me Do”композицияһы донъя күреүгә бөгөн 50 йыл тула.
Төркөм был композиция менән бөтә донъяла танылыу яулай.
Уның барлыҡҡа килеүе хаҡында байтаҡ легендалар йөрөй. Әммә классик варианты 1962 йылдың июлендә, ҡаҡма музыка ҡоралдарында Пит Бест уйнаған саҡта уҡ тыуа.
Ливерпулдә төркөмдөң меңдәрсә фанаты, Альберт- докка йыйылып, иң күп массалы хор йыры категорияһында Гиннес китабы рекордына инеү өсөн, Битлздың тәүге хитын башҡарҙы.
“ Ой! Минең шатлығымдың сиге юҡ! – ти унда ҡатнашыусыларҙың береһе.Барыһы ла шундай ҙур теләк менән бында йыйылды һәм тәүҙән үк йырыбыҙ шәп килеп сыҡты!

Комментариев нет:

Отправить комментарий