суббота, 10 ноября 2012 г.

Сүриә: курдтар конфликттан файҙа ала.



19 ай буйы Сүриәне өҙгөләгән конфликт барышында әҙселектә булған курдтар үҙидаралыҡҡа юл яра. Асад режимы бөтә иғтибрын Алеппо һәм Дәмәшктәге хәрби хәрәкәттәргә йүнәлткән саҡта, илдең төньяҡ- көнсығышында йәшәгән курдтар автономлы анклавтар төҙөй. Калашников автоматтары менән ҡоралланған курд милицияһы Сүриә- Иран сигендә блок- постар урынлаштырҙы.

Курдтар үҙ ҡалаларын, ҡасабаларын һаҡлай, ә курдтарҙың сәйәси фирҡәләре аҙыҡ- түлек һәм яғыулыҡтың бүленешен тикшереп тора. Аналитиктар бындай үҙгәрештәрҙе кирегә бороу мөмкин түгелдер, тип иҫәпләй.

Курдстан эшселәр фирҡәһе менән тығыҙ бәйләнештә булған “Демократик Союз”фирҡәһе вәкиле һөйләй:

Беҙгә демократик үҙидаралыҡ биреү проблеманы хәл итер ине. Был айырылып сығырға йәки күрше илдәрҙең ерҙәрен тартып алырға тигәнде аңлатмай. Беҙ курдтарға хоҡуҡтар бирелеүен һәм уларҙың гарантияланыуын ғына теләйбеҙ.”

Хасеке провинцияһындағы Дерик ҡалаһында курдтар полиция участкалары ойошторған, мәҙәниәт үҙәктәре һәм мәктәптәр асҡан. Шундай мәктәптәрҙең береһендә төрлө йәштәге курдтар үҙ телдәрендә яҙырға, уҡырға өйрәнә, ә был иһә ошоғаса тыйылып килде. Һуғыш ҡыҙа, ә курдтар Кобани, Амуда, Дерик ҡалалары өҫтөнән үҙ контролен булдырыуҙары тураһында иғлан итә.

/анклав-дәүләттең башҡа дәүләттәр территорияһы менән тулыһынса уратып алынған өлөшө/

Комментариев нет:

Отправить комментарий