суббота, 24 ноября 2012 г.

Бөйөк Британияла фронт яҙмаһы шифрын асып уҡый алмағандар.



Британияның хәрби криптографтары Икенсе бөтә донъя һуғышы йылдарында күгәрсен почтаһы аша ебәрелгән яҙманы уҡый алмағандар. Күгәрсен ҡалдыҡтары Англияның боронғо йорттарының береһендәге мөрйәлә табылған, яҙма менән капсула аяғына беркетелгән булған.

Эксперттар яҙманың 1944 йылдың 6 июнендә- икенсе фронт асылған көндө ебәрелеүе ихтимал, тип баралар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий