воскресенье, 25 ноября 2012 г.

Мысыр. Судьялар президент Мөрсиҙы “законды аяҡ аҫтына һалып тапауҙа”ғәйепләй.



Ҡаһирә үҙәгендә полиция ризаһыҙлыҡ белдергән манифестацияла ҡатнашыусыларҙы саҡ тыйып тора. Иртән Таһрир майҙанында полиция уларға ҡаршы йәш ағыҙыусы газ ҡулланырға мәжбүр булғайны.

Либерал- демократик көстәр “Ватанды һаҡлау фронты”төҙөнө һәм,  Мөхәммәт Мөрси үҙенә алған ғәҙәттән тыш вәкәләттәрҙән баш тартмай тороп, властар менән диалогтан баш тартты.

Мысыр судьялары ла “юридик системаға асыуҙы ҡабартырлыҡ һөжүм”гә ҡаршы сыҡты.

“Мин шуға ышанам: иртәме-һуңмы минең урыным төрмәлә-был ғәҙелһеҙлек һәм фальсификацияларҙың иң юғары нөктәһе буласаҡ. Минең урыным төрмәлә,-”тип мөрәжәғәт итте митингыға йыйылған судьяларға элекке прокурор Абдул Мәжит Мәхмүт.
Залдағы юристар, Мәхмүткә теләктәшлек белдереп, “режимды юҡ итергә”саҡырҙы.

Таһрир майҙанында срокһыҙ ҡаршылыҡ акцияһы иғлан иткән оппозицияның ваҡ төркөмдәре ҡалды. Шишәмбегә президентҡа ҡаршы сығыусыларҙың киң күләмле акцияһы тәғәйенләнгән.

Мысырҙа идара итеүсе “Мосолман туғандар”фирҡәһе үҙенең яҡлыларҙы, Мөрсигә теләктәшлек белдереп, манифестацияларға сығырға саҡырҙы.

Көнэлгәре Мысырҙағы ҡайһы бер ҡалаларҙа “Мосолман туғандар”ҙың офистары һөжүмгә дусар булды, полиция менән бәрелештәрҙә тиҫтәләрсә кеше зыян күрҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий